По башкирскому языку «Тәбиғәтте ҡурсалау — илде һаҡлау»

Сочинение

Теләһәң был тормоштоң

Гөлдәй матур булыуын,

Ҡояштың балҡып тороуын,

Күлдәр һыуға тулыуын,-

Яҡшылыҡты яҡла гел,

Бирмә уны тапларға.

Тырыш еребеҙ ҡотон,

Күркәмлеген һаҡларға.

Әнисә Таһирова.

Минең тыуған илем — Башҡортостан. Уның тәбиғәтен маҡтап шағирҙар – шиғырҙар, композиторҙар – йырҙар яҙғандар. Ысынлап та , беҙҙең тыуған еребеҙ бик матур урында урынлашҡан. Башҡортостан ҡалын-ҡалын урмандары, зәңгәр күлдәре, көмөш һыулы шишмәләре, текә тауҙары һәм ер аҫты байлыҡтары менән элек-электән дан тота. Был турала “Ай Уралым, Уралым” ҡобайырында бына нимә әйтелә:

Кәкре ҡойроҡ, йылтыр күҙ

Бүреһе күп Уралтау,

Ҡыҫҡа ҡойроҡ, шеш ҡолаҡ,

Ҡуяны күп Уралтау,

Алпан-толпан атлаған

Айыуы күп Уралтау,

Ҡыҙ балалай биҙәнгән

Төлкөһө күп Уралтау,

Ояларға урыны мул

Ҡоштары күп Уралтау,

Һыуы ярына һыймаған

Йылғаһы күп Уралтау.

Тыуған төйәкте, тәбиғәтте “йәшел бишек” тибеҙ. Ул әсәй кеүек. Кеше ғүмере буйы тәбиғәт ҡуйынында. Ул беҙҙе ашата, эсерә, кейендерә лә. Тик кеше тәбиғәттән алырға ғына күнеккән. Үҫеп еткәс, кеше ата-әсәһеҙ йәшәй ала, ләкин тәбиғәттән башҡа йәшәй алмай. Еребеҙ, тәбиғәтебеҙ көндән-көн күркәмлеген юғалта бара. Беҙ тәбиғәтебеҙҙе һаҡлар урынына, уны ғәрипләйбеҙ. Тәбиғәттең хәҙер элекке матурлығы юҡ: урмандарҙа секерәйешеп торған киҫелгән ағастар, һыуҙарыбыҙ мазутлы, бысраҡ, шуның өсөн дә һыу өҫтөндә үлгән балыҡтар күбәйеп китте, һауабыҙҙа төрлө химик зарарлы газдар таралған, урмандарға сүп-сар бәрелгән…

23 стр., 11240 слов

Инша кеше уз язмышына узе хужа – Материал : «Бәхетле булу өчен ...

... әре Әлфия көн-төн эштә, биш баланы үстереп, кеше итәргә тырыша. 1951 елның көзендә Фәрит 4нче сыйныфка ... тә. Тик ялгыз түгел ул. Урамга чыкса, очраган һәр кеше аның белән ихлас исәнләшә, хәл ... килгәнче үк маңгайга языла, диләр. Күп кеше, язмышка буйсынабыз, дип, эчкечелеккә сабыша, хәер сорашып йөри ... әре Әлфия көн-төн эштә, биш баланы үстереп, кеше итәргә тырыша. 1951 елның көзендә Фәрит 4нче сыйныфка ...

Уйнап һикерешмәй балыҡтар ҙа,

Төптә улар, йылға ҡомонда,

Йылға өҫтөн ҡаплап мазут аға,

Кер сайҡамай ҡыҙҙар һыуында, — тип әйтелә шиғыр юлдарында.

Ғөмүмән, кеше ”тәбиғәт батшаһы” булып китте. Әгәр ҙә шул юл менән барһаҡ, Еребеҙҙең киләсәк яҙмышына бик ҙур зыян киләсәк. Ер яҙмышы – беҙҙең дә яҙмышыбыҙ бит ул. Тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау — беҙҙең төп бурысыбыҙ.

Эй, кешеләр, өндәшәмен һеҙгә,

Һаҡлайыҡ беҙ урман-ҡырҙарҙы,

Ҡурҡытмайыҡ йәнлектәрҙе,

Бысратмайыҡ эсер һыуҙарҙы!

Хәзерге заманда был бик актуаль проблема, сөнки ҡалалар ҙурая бара, завод-фабрикалар күбәйә, урамдарҙа машиналарҙың һаны бик күп, шуға күрә лә тирә-яҡ зарарлы матдәләр менән ағыулана. Ҡай бер кешеләр хатта үзҙәре йәшәй торған ерҙәрен бысраталар: сүп-сарҙы ергә ташлайҙар.

Саф һауа кешегә, һәр бер йән эйәһенә кәрәк. Шуның өсөн һәр беребеҙ тәбиғәттең таҙалығы өсөн көрәшергә тейеш. Әгәр беҙ урамда, өйҙәребеҙҙә, урманда сүп-сар ташламаһаҡ, һауа күпкә таҙа булыр, тирә-яғыбыҙ бөхтә булыр ине.

Тәбиғәтебеҙ матур, эсер һыуҙарыбыҙ таҙа, тирә-яғыбыҙ бөхтә булғанда был донъяла йәшәүе ниндәй рәхәт! Шуға күрә, беҙ, тәбиғәтте һаҡлар өсөн, уны һәр ваҡыт күҙәтеү аҫтында тоторға тейешбеҙ. Урмандарға яңы үҫентеләр ултыртырға, йәнлектәр донъяһын һаҡларға, йылғаларҙы таҙартып торорға кәрәклекте һәр ваҡыт иҫтә тоторға кәрәк. Бына ошоларҙы үтәп барһаҡ, тимәк, беҙ тыуған еребеҙҙе яратабыҙ һәм һаҡлайбыҙ тигән һүҙ. Әйҙәгеҙ, беҙҙең тыуған еребеҙ, ҡобайырҙа һүрәтләнгәнсә “Хоҙай биргән йәннәт” булып ҡалһын. Киләсәк быуынға бай “йәшел бишек” бүләк итәйек, үзебеҙҙең йәшәгән йортобоҙҙо, мәктәпте, урамдарыбыҙҙы таҙалыҡта тотайыҡ. Таҙалыҡ – ул бит гүзәллек тә, сәләмәтлек тә!

Йәшел йәннәт” ҡалһын киләсәккә!

По башкирскому языку

8 стр., 3874 слов

Экологические проблемы Республики Башкортостан

... массы сбрасываемых с ними загрязняющих веществ по республике (см. таблицу). Техногенная нагрузка на водные объекты от крупных городов Республики Башкортостан Город Забор свежей воды, млн. мі Сброс ... остается нерешенной. Загрязнение водных ресурсов (на примере Уфы, Стерлитамака и Салавата) загрязнение воздух водный ресурс Качество водных ресурсов Республики Башкортостан, в особенности качество воды в ...

По башкирскому языку По башкирскому языку

По башкирскому языку По башкирскому языку

По башкирскому языку По башкирскому языку

Эй, кешеләр, өндәшәмен һеҙгә, юл ҡуймайыҡ!

Эй 1 Эй 2

Эй 3 Эй 4

Эй 5 Эй 6

Эй 7 Эй 8

Министерство образования Республики Башкортостан

Республиканский конкурс сочинений “Пою мою Республику”, посвященный Дню Республики и празднованию 100-летия образования Республики Башкортостан

Республикама дан йырлайым” Республика көнөнә һәм Башҡортостан республикаһының 100 йыллығына арналған иншалар конкурсы

(инша)

Выполнила:, Руководитель, Аскино — 2018