По башкирскому языку Әсә күңеле балала

Сочинение

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының 116-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе Орджоникидзе районы муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

Әсә күңеле балала …

(Ғаилә темаһы)

Башҡарҙы:

башҡорт теле һәм әҙәбиәте

уҡытыусыһы Хәсәнова Г.Б.

Өфө-2016

« Әсә күңеле бал ала , бала күңеле далала » , — ти башҡорт халыҡ мәҡәле. Эйе , күп осраҡта был һүҙҙәр дөрөҫ.

Әсә — бөйөк исем. Ул йәшәүҙең, тормоштоң башланғысы тиһәм, яңлышмайымдыр тип уйлайым. Әсәй баланы туғыҙ ай үҙендә йөрөтә, яҡты донъяға килтерә һәм ғүмере буйы « Балам», тип йәшәй . Бөтә тормошон тик балаларына бағышлай. Юҡҡамы ни « Балам — бауыр итем » тимәгән башҡорт халҡы. Был тәбиғи күренеш. Ҡайһылыр осраҡта халыҡ мәҡәле кире мәғәнәлә яңғырай «Әсә күңеле далала , бала күңеле әсәлә ».

Мин яңыраҡ балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙең хаттары менән танышып тетрәндем. Уларҙы күҙ-йәшһеҙ уҡыу мөмкин түгел. Хаттар аһ-зар , һағыш, ҡайғы, әрнеү менән һуғарылған.

Ниндәй генә булмаһын , әсә үҙ балаһына иң ҡәҙерле , иң яҡын кеше. Бала саҡ һәр кем өсөн иң бәхетле , матур, иҫтәлекле ваҡыт. «Балалар -тормош сәскәләре », — тибеҙ. Ә сәскәләргә үҫер өсөн йылы ҡояш кәрәк. Әсәй — шул наҙлы ҡояш инде.

Ә хәҙер бер нисә баланың хатына туҡталып китәйек.

Айгөлдөң әсәһе иркенән мәхрүм ителгән. Ул ҡыҙ хатында әсәһенең тиҙҙән иреккә сығарыласағына ышана һәм зарығып көтә: « Әсәй миңә шул тиклем ҡыйын , әсә һөйөүен , әсә йылыһын һағындым . Ниндәй генә булһаң да , һин минең әсәйем. Бер кем дә алмаштыра алмай. Шул тиклем һинең күкрәгеңә һыйынып һөйөлгөм килә , үҙ тойғоларымды әйтеп , бер ҡайҙа ла ебәрмәҫ инем… Иҫеңдә тот , әсәй , мин һине ныҡ яратам һәм миңә һинән башҡа бер кем дә кәрәк түгел. Һинең иреккә сығырыңа күп ҡалманы , мин ышанам , киләсәктә беҙ бергә , татыу ғаилә булып йәшәрбеҙ ».

3 стр., 1148 слов

«Бала біздің болашағымыз»

... іреді. Көрнекті педагог В. Сухомлинский «Егер балаға қуаныш пен бақыт бере білсек, ол бала солай бола алады», — дейді. Демек, шәкіртке ... күнделікті көңіл бөлуі талап етіледі. «Балалар бақшасындағы тәрбие бағдарламасы» мектепке дейінгі балалардың жан-жақты дамуын, ... ң мазмұны мен формалары балалардың мүмкіндігін ескеру арқылы нақтыланады. Адамгершілікке, еңбекке тәрбиелеу күнделікті өмірде, үлкендердің ...

Ә Кәрим больницала ятҡанында бер апай килеп йөрөүе һәм ул апайҙың уны патронат тәрбиәгә алырға теләүе тураһында яҙа. Тик Кәримдең барғыһы килмәй, уҡыуҙа тырыша һәм әсәһе менән ҡасандыр бергә буласағына ышана.

Лилиә лә әсәһенә тырышып уҡыуы тураһында яҙа « … минең көндәлегемдә гел биш билдәләре буласаҡ », — ти.

«Әсәй , ниндәй генә насарлыҡтар эшләһәң эшләмәһәң дә , беҙ һине яратабыҙ, һағынып өҙөлөп көтәбеҙ. Һин ҡайҙа булһаң да , мин һәр саҡ һине уйлайым, һағынып , өҙөлөп көтәбеҙ. Һин ҡайҙа булһаң да , мин һәр саҡ һине уйлайым , һағынып көтәм. Йөрәгемдә бик ҙур ҡайғы тора , үҙемә биргән һорауыма яуап таба алмайым ниңә яҙмыш шулай ауыр икән тигән һүҙҙәр менән башлана Алинаның хаты . Был хат шул тиклем көслө әрнеү менән тулы. Алина бөтә донъяға әрнеп ни өсөн атай — әсәйҙәр балаларҙы был донъяға тыуҙырғандар ҙа иң гүзәл ваҡытты — бала саҡты ҡайғы-хәсрәт менән тултырғандар? ». Ул хатын ошо теләк менән тамамлай : « Әсәйҙәр, атайҙар, балаларығыҙҙы ҡәҙерләп үҫтерегеҙ, уларҙың бөтә байлығы ул һеҙ — ата — әсәләр! »

Был хаттар ошо балаларҙың йөрәгенән , күңеленән сыҡҡан һағыш.

Беҙҙең илдә балалар йорттары бик күп. Унда тәрбиәләнеүселәрҙең күбеһенең ата-әсәһе тере, тик был балалар етем исемен йөрөтә. Был хәлгә кем ғәйепле тормошмо, әллә үҙ балаһын ҡалдырып киткән әсәйме? Яуап биреүе минең өсөн ауыр. Минең фекеремсә , ниндәй генә ваҡиға килеп тыумаһын , Кеше — Кеше булып ҡалырға тейеш. Был донъяла беҙ бер тапҡыр йәшәйбеҙ , ғүмер тигәнебеҙ бик ҡыҫҡа булғас бер -беребеҙҙең ҡәҙерен белеп лайыҡлы ғүмер итергә кәрәк.

Атай-әсәйҙәр балаларын ҡәҙерләп үҫтерергә, ә балалар уларға рәхмәттәр уҡып , хөрмөтләп гел ярҙам итеп матур , татыу йәшәһендәр. Һәр бала тулы ғаиләлә үҫһен. Теләктәрем ҡабул булһын ине…