Сочинение эсэйем на башкирском языке

Эссе

Эссе.

Мин — башҡорт.

Башҡорт телендә һөйләшәм,

Башҡорт телендә.

Минең барса тамырҙарым –

Башҡорт ерендә.

Ғ. Шәкүр.

Тел… Милләт… Был ике һүҙгә күпме ҙур мәғәнә һалынған. Тел аралашыу ҡоралы ғына түгел. Ул тыумыштан үлемгә тиклем кешегә бирелә торған ҡорал. “Фил күтәрмәгәнде тел күтәрә” – ти халыҡ. Ысынлап та, тел көсөн үлсәрлек әйбер юҡ. Һәр бер кеше үҙ туған телен белергә тейеш. Милләтте – милләт, халыҡты – халыҡ иткән нәмә – ул туған тел. Әсә теле тиҙ генә сисә һалып ташлай торған кейем түгел. Ул кешенең бөтә тәненә тамыр йәйә. Тик әсә теле генә, туған тел генә баланың һәр бер уйын, уның аңын, хистәрен һәм күңел хәрәкәтен бөтә көсө менән сағылдыра.

Тел – милләттең йөҙө. Үҙ телен белмәгән кеше – илһеҙ кеше ул. Телде һаҡлап ҡалыу өсөн бөтә шарттар тыуҙырырға кәрәк. Тел – халыҡтың иң ҡәҙерле байлығы. Шишмәләрҙе тамыры менән күсереп булмағандай, бер телде лә бер ҡасан да башҡа урындан килтереп, яңынан терелтеп булмаясаҡ.

Илһеҙ, телһеҙ милләт булмай. Әсә телендә бала донъяны танып белә. Уның шул телендә фекерләү культураһы, зауығы үҫә. Баланың туған теле әсә һөтө менән ҡанына һеңә.

Башҡорт теле! Ниндәй моңло ла, яғымлы ла. Уны семәр биҙәккә оҡшатырға була. Ул, әйтерһең дә, төпһөҙ ҡойо, эсе тулы аҡыл, фәһем.

Башҡорт теле дәресенең төп маҡсаты булып башҡорт телен, мәҙәниәтен өйрәтеп, уның үткәненә һөйөү, ихтирам тәрбиәләү.

Туған тел аша балалар туған халҡының мәҙәниәте, йолалары менән таныша, уның рухын һеңдерә. Башҡорт халҡы һүҙ сәнғәтенә ҙур әһәмиәт биргән. Ул балаларҙа изгелек, мәрхәмәтлек, миһырбанлыҡ, батырлыҡ, матурлыҡ сифаттарын тәрбиәләргә ҙур көскә эйә. Халыҡ ижадын өйрәнеүсе йыр-моңға ғашиҡ балаларҙың йөҙҙәрендә әҙәплелек, нәфислек, яғымлыҡ сағылып тора. Бөйөк рус педагогы Константин Дмитриевич Ушинский: “Тәрбиә, әгәр ул көсһөҙ булырға теләмәһә, халыҡсан булырға тейеш” – тигән. Киләсәк быуынды тәрбиәләрлек беҙҙә бай халыҡ ижады һәм әҙәбиәт бар. Мәҫәлән, туған тел дәрестәрендә башҡорт халыҡ шағирҙарының хикәйәләрен уҡып, халыҡтың ни тиклем аҡыллы, йор һүҙле икәнлегенә ышанаһың.

Шағирҙарҙың тормош юлы, үткәне менән китаптан уҡып ҡына түгел, уларҙың яҡты иҫтәлегенә арнап булдырылған йорт-музейҙарын да барып күрергә тырышабыҙ.

2009 йылдың 30 май көнөндә башланғыс синыф уҡыусылары менән райондашыбыҙ, халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейына барҙыҡ. Был сәйәхәт балаларға бик оҡшаны, уларға ғына түгел хатта үҙебеҙ өсөн дә бик фәһемле булды. Беҙҙең бәхеткә күрә, тап ошо көндө Еҙем-Ҡаран ауылында йәшәүсе туғандарына ҡунаҡҡа килгән Мәжит Ғафуриҙың бүләре – Мирсәит Хәлит улы музейҙа ине. 11 йәшлек Мирсәит менән бергәләп фотоға төшөштөк. Мәжит Ғафуриҙың шәжәрәһе, йорто менән танышып, музей хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт әйтеп, халыҡ шағирының илһам шишмәһенә, йәғни, ял паркына юлландыҡ.

3 стр., 1334 слов

На башкирском языке туган тел

... әрен, алар рухына багышлаган догаларын туган телендә белдермәгән. И туган тел! Синдә булган иң элек кыйлган ... р була. Мин шуларның берсе дип, аның туган телен саныйм. Ул – кешенең дөньяга аваз ... теле. Туған тел – ул ата –әсә теле. Кешенең донъяла тәү ишеткән һүҙе, аҫылған теле, рухи моңо. Халыҡта “Иң татлы тел – туған тел, ... әттәр, йырҙар ишетеп үҫтем, беренсе һүҙҙәремде әйттем. Туған тел ул әсә кеүек бер ...

Шул сәйәхәттән балалар онотолмаҫ тьәҫораттар алып ҡайтты. Был экскурсия балаларҙы тәрбиәләүҙә йоғонтоло роль уйнаны, уларҙың күңелен тағы ла нурландырҙы, рухи аҙыҡ бирҙе.

Беҙҙең республикабыҙ – күп милләтле республика. Һәр милләт кешеһе үҙ телендә, үҙ халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрендә тәрбиәләнергә хаҡлы. Һәр кем үҙенең милләтен ғорурлыҡ менән әйтергә тейеш.

Мин үҙемде бәхетле тим. Башҡорт булыуым менән бәхетлемен. Башҡорт ерендә тыуып үҫеүем менән, уның шифалы һауаһын һулап йәшәүем менән бәхетлемен. Үҙен башҡортмон тип һынаған кешегә ошонан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән был фани донъяла? Ә үҙҙәре башҡорт булып та, сит-ят ерҙәрҙә ғүмер кисергән кешеләр бәхетлеме һуң? Сит ерҙә йәшәүенә ҡарамаҫтан, башҡортлоғон юғалтмаған, башҡорттоң сифаттарын һаҡлап ҡалған кеше, һис шикһеҙ, башҡорт исеменә лайыҡлы. Ә үҙ илендә, атай-олатайҙар төйәгендә йәшәп тә, үҙен сит милләт кешеһе итеп күрһәтергә теләп, икенсе телдә генә һөйләшеп йөрөүселәр аҙмы ни?

Мин – башҡорт. Был һүҙҙәрһе мин ғәзиз еремдә, үҙ илемдә, милләтем араһында, туған телемдә һөйләшеп, аралашып йәшәйем. Йөрәгемдән урғылып сығып шатлыҡ-ҡыуаныс менән әйтелгән “Мин – БАШҠОРТ” тигән һүҙҙәрем урман — тауҙарҙы яңғыратһын, ҡоштарҙың моңло тауышы, наҙлы иҫкән елдәр тирә-яҡҡа таратһын, үҙенең башҡортлоғон танымай, милләтен үҙгәртеп йөрөгәндәрҙең йөрәген әрнетһен, уйланырға мәжбүр итһен.

Милләттең яҙмышы өсөн беҙ, бигерәк тә бөгөнгө йәштәр яуаплы. Уның киләсәге, йәшәүе, үҫеүе беҙҙең ҡулдарҙа.

Сығышымды “Теләктәрем” исемле шиғыр менән тамамлайым.

Теләктәрем.

Һандуғастан сыйырсыҡтар тыумай,

Сирендә лә үҫмәй алмалар,

Үҙем башҡорт булғас, башҡорт булмай,

Кем булырға тейеш балалар?

“Әсәй” тиеп теле асылһын да

Саф башҡортса “атай” тип әйтһен.

“Мамуля” ла, “папуля” ла түгел,

Үҙ телендә миңә өндәшһен.

Теләй икән японса ла белһен,

Русса ла, әйҙә һөйләшһен.

Тик атаһы – атай булып ҡалһын,

Әсәй тиеп әйтһен әсәһен.

Бөтән телдәрҙе лә хөрмәт итһен,

Тик үҙ телен мәңге үҙ итһен.

Үҙ телен дә йүнләп белмәй икән

Ниндәй халыҡ уны үҙ итһен?

Урал батырҙың ҡаны аға

Башҡорт балаһының тәнендә.

Ғорурланып улар һөйләшһендәр

Ата-бабалары телендә.