Сочинение не русский я но россиянин

Сочинение

Рус т үгелмен, ләкин россиянмын…

Элекке матур замандар. Мәскәү. Йәйге көн. Ҡапыл ямғыр яуа башланы. Яумай, ә ҡоя. Күктән ергә һыу аға. Йәшеренергә урын эҙләп, кешеләр ҡайһыһы ҡайҙа йүгерә. Бындай саҡтарҙа һәр кем иң элек үҙен ҡайғырта. Олораҡтар йүгерешә, тротуарҙа бер бәләкәй ҡыҙ бала ғына яңғыҙы тороп ҡалды. Ҡасаһы урыны, бөркәнер кейеме юҡ.

Шул саҡ урамдағыларҙан берәү өҫтөндәге пинжәген систе лә баланы ураны, шунан күтәреп үк алды ла ышыҡҡа йүгерҙе. Үҙе лысма һыуға ҡойондо. Ышыҡта торғандарҙан берәү: “Һеҙ кем? — тип һөрәнләне. “Шағир!” — тип ҡысҡырҙы бөҙрә сәс. “Ҡайҙанһығыҙ?” — “Өфөнән!”

Оҙаҡламай Өфөгә хат килеп төштө. Адресы бик ябай ине: “Уфа. Поэту”. Почтальондар был сәйер адреслы хатты алғас, артыҡ аптырап ҡалманы. Өфөлә кем һуң шағир? Әлбиттә, Мостай Кәрим! Илттеләр хатты уға…һәм яңылышманылар. Хат ысынлап та Мостай Кәримгә ине. Хаттың авторы шағирға үҙенең рәхмәтен әйткән, ошондай изге күңелле кешеләр күберәк булһа, беҙ икенсе төрлөрәк йәшәр инек, тигән…” – ошондай юлдарҙы ҡасандыр Рәшит Солтангәрәев оло талант эйәһе тураһында яҙған.

Изгелек өләшеп, нур сәсеп, дуҫлыҡты һәр ваҡлыҡтан өҫтөн күреп йәшәгән ҙур шәхес! Кесегә кеселекле була алған, ололарҙы оло тип хөрмәт итә белгән. Милләт айырып, кемделер кәмһетеп, ваҡытын әрәм итеп йәшәмәгән. Ватан, Тыуған ер, Милләт, Туған тел, Дуҫлыҡ, Туғанлыҡ тигән изге төшөнсәләр уның аңына, йөрәгенә һәм ҡанына әсә һөтө менән һеңгән. Бер генә түгел, ике әсәйҙән яҡшы тәрбиә алған кешенең насар аҙымға барырға хаҡы ла юҡтыр. Уның тормошоноң төп девизы: “Кешеләргә яҡшылыҡ һәм изгелек кенә эшләү”.

Мостай Кәрим үҙенең “Оҙон-оҙаҡ баласаҡ” повесында шундай юлдарға баҫым яһай: “…Эйе, мин бер юлы ике әсәнең мөхәббәтен татыным һәм үҙемдең бер мөхәббәтемде уларҙың икеһенә тигеҙ бүлергә тырыштым…” Тормошта ла ул шулай эшләй: ике ил өсөн тырышып, ҡара тир түгеп эшләй, уларҙы тигеҙ ярата. Сөнки Мостай Кәрим өсөн Тыуған ил төшөнсәһе Әсәй менән бик ныҡ бәйле. Был повеста тағы ла тәрән мәғәнә һалынған хәтерләүҙәр бар: “…Әйләнәбеҙ, әйләнәбеҙ, әйләнәбеҙ… Беҙ генә түгел, ошо имән тирәләй бөтә ер, бөтә күк әйләнә. Ә ағас ҡымшанмай ҙа тик тора. Был минең Оло инәйем булып сыға. Уның тирәләй беҙҙең бар ғаиләбеҙ әйләнә. Хатта бер пар күк атыбыҙ, ике ала һыйырыбыҙ, быҙауҙарыбыҙ, һарыҡтарыбыҙ, тауыҡ-ҡаҙҙарыбыҙ әйләнә. Шул кеше тирәһендә беҙҙең барлыҡ бәхет-шатлыҡтарыбыҙ, көндәлек мәшәҡәттәребеҙ, өмөт-хыялдарыбыҙ әйләнә — донъябыҙ әйләнә. Минең Оло инәйем ошо әйләнеп торған донъяның үҙәге ул…” Ысынлап та, Оло инәйебеҙ донъя үҙәге – бөйөк Рәсәйебеҙ булһа, Кесе инәйебеҙ – беҙҙең Башҡортостаныбыҙ. Беҙ ҙә барлыҡ шатлыҡтарыбыҙ, ҡайғы-хәсрәттәребеҙ менән Рәсәй тирәләй әйләнәбеҙ түгелме? Эйе шул. Шуға күрә тыныс һәм хәүефһеҙ йәшәй бирәбеҙ. Мостайыбыҙ шиғыр итеп теҙгәнсә:

69 стр., 34179 слов

Гариф ахунов артышлы тау буенда

... әгән васыять» 47 Н. Арсланов иҗаты 47 Г. Ахунов иҗаты 48 Г. Ахунов. «Артышлы тау буенда» 48 Хәсән − минем яшьтәшем (Инша) 48 Х. ... ңлагач, рәхәтләнеп көләсең. Мәзәкләр кешеләрдәге кимчелекләрне бетерергә дә ярдәм итәләр. Аларда ... бер кешенеке генә булып калмыйча, дөньяга таралалар. Дөньяга, күп кешеләргә таралган мәзәкләр озак яшәүчән булалар. А. ...

Рус түгелмен, ләкин россиянмын,

Россияның һыуын эскәнмен,

Сағылдарҙа имән нисек үҫһә,

Мин был ерҙә шулай үҫкәнмен…

Туғанлыҡты, Дуҫлыҡты шундай юғарылыҡҡа байраҡ итеп күтәрә алған аҡһаҡалыбыҙ. Башҡортостан менән Рәсәйҙең мөхәббәтен берҙәй татыған Мостай үҙенең һөйөүен дә тигеҙ өләшә:

Һин тәм бирҙең минең икмәгемә,

Һин тат бирҙең эскән һыуҙарға.

Ер йөҙөндә күпме халыҡтар йәшәй,-

Туған иттең мине шуларға.

Шағирҙың Рәсәйгә булған мөхәббәте уны ҙур донъяға алып сыға, ижады өсөн киң мөмкинлектәр аса. Мостай Кәрим – республикабыҙҙа һәм Рәсәйҙә генә түгел, төрлө ерҙәрҙә, төрлө халыҡтарҙа ла оло абруй, ҙур ихтирам яулаған халыҡ шағиры. Уны бар республика, бөтә Рәсәй әҙәбиәт һөйөүселәре ярата. Әҙип әҙәбиәтебеҙҙе донъя кимәленә алып сыҡҡан кеше. Төрлө милләт ҡәләм оҫталары ла уға үҙҙәренең береһенән береһе гүзәлерәк шиғырҙарын арнаған. Атаҡлы Рәсүл Ғамзатов болоҡһоу мәлдәрендә:

…Ярай әле, Мостай, һин эргәлә –

Тоғро дуҫ та, ысын шағир ҙа”, — тиеп күңелен йыуатҡан.

Билдәле Әзербайжан шағиры Сөһрап Таһир бына ниндәй юлдар ижад иткән:

Алып килдем туғанлыҡ һүҙҙәрен,

Дуҫҡа ғына йырлай торған йыр,

Һәм уйланым: Волга беҙгә түгел,

Һеҙгә табан аға торғандыр.

Ә Украин шағиры Микола Нагнибеда:

Ошо дуҫлыҡ Мостай йәнгә юлдаш,

Йәшәү утылыр ул һәр ҡайҙа.

Ул икмәктәй изге, ҡәҙерле лә,

Һаумы” тигән һүҙҙәй ябай ҙа, — тип дуҫлыҡҡа дан

йырлай. Рәсүл Ғамзатов, Ҡайсын Кулиев, Сыңғыҙ Айтматов кеүек бөйөк әҙиптәрҙең дуҫы һәм фекерҙәше Советтар Союзы тарҡалыуҙы айырыуса ауыр кисерә. Уны бигерәк тә “Халыҡтар дуҫлығы” тигән төшөнсәне тапап ташларға тырышыуҙары борсой.

Мостай Кәрим… Был исем һәр башҡорт, һәр Башҡортостан кешеһендә ғорурлыҡ тойғоһо уята. Сит тарафтарҙа илебеҙҙе “О, Башҡортостан, Мостай иле, Салауат иле!” тип беләләр икән, беҙгә ғорурланырға ғына ҡала. Илебеҙҙә ел – дауылдар ҡупҡан саҡта, Мостай Кәрим республикабыҙ һәм кешеләр яҙмышы һағына ҡалҡан булып баҫты. Әҙиптең аҡыллы һүҙҙәре, тос фекерҙәре һәр ваҡыт беҙҙе яҡлап ҡалды. Беҙ бәхетле, беҙҙең Мостайыбыҙ бар.

2 стр., 615 слов

Мостай Кәримнең “Икебез дә унөчтә булсак...” әсәреннән алынган өзек буенча

... өхтә һәм аңлаешлы итеп языгыз. Мостай Кәримнең “Икебез дә унөчтә булсак...” әсәреннән алынган өзек буенча сочинение “Кешеләр бер-берсенә игътибарлырак булсалар, ... (15) “Көн озын бит, кабар әле”, ‒ дип тынычландыра мине сабый. (16) Төш узды. (17) ...

Мостай Кәрим – үҙе бер оло дәүләт, яҡты, изге, үҙенә тартып тороусы, саф, балҡыу бер дәүләт. Ул илдә изгелек һәм тоғролоҡ, хаҡлыҡ һәм иманлыҡ, дуҫлыҡ һәм паклыҡ, мөхәббәт һәм һәләт, юғары һүҙ һәм иҫ киткес аҡыл тантана итә. Был илдең ҡапҡалары һәр кемгә асыҡ һәм һәр кем был илдә үҙенә йылылыҡ, яҡтылыҡ, йыуаныс таба ала. Шағир үҙе яҙғанса:

Хыялыйҙар, сая һәм йыуаштар!

Һәммәгеҙгә тейер ҡошом бар.

Ғәмһеҙҙәргә генә һис нәмә юҡ –

Әйҙә улар ҡошһоҙ торһондар.

Ығы-зығы ваҡ мәшәҡәт тамам,

Бар эшемдең сыҡтым осона.

Шуға күрә һәр көн таңдан алып

Күкрәгемдән ҡоштар осорам.

Ғүмере буйы шиғырҙарынан дуҫлыҡ күпере үргән, күкрәгенән бәхет ҡоштары ғына осороп, шатлыҡтар ғына өләшеп йәшәгән Мостайыбыҙ тормошо – үҙе бер оло тарих. Ошо тарихты беҙ, киләсәкке быуын, онотмаҫҡа һәм дауам итергә, тулыландырырға бурыслыбыҙ. Еребеҙҙә Мостай йыры тынмаһын! Йәшәһен дуҫлыҡ! Иң ҡиммәтлеһе – халыҡтар дуҫлығы!

Быйылғы йыл Башҡортостаныбыҙҙа “Мәҙәниәт йылы” тип иғлан ителде. Ә мин үҙемсә уны “Мостай йылы” тип атар инем. Бөйөк Әҙипкә — 95! Ул һәр саҡ беҙҙең менән, беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланасаҡ!

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ

Рус т үгелмен, ләкин россиянмын…

темаһына инша

Яҙҙы: Киров районы 22-се урта

мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы

Мофаззалова Гүзәл

Етәксеһе: Башҡорт теле һәм

әҙәбиәте уҡытыусыһы Юнысова

Зәлифә Ғәйнетдин ҡыҙы

Өфө-201

МИНИСТЕРСТВО ОБРАЗОВАНИЯ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

Сочинение на тему:

Не русский я, но россиянин

Писала: ученица 9 класса Муфаззалова

Гузель, МБОУ СОШ №22, Киров.р-на

Руководитель: учитель башкирского языка

Юнусова Залифа Гайнетдиновна

Уфа-201