На башкирском языке : «Минем тыуған яғым»

Сочинение

Республиканский литературно-творческий конкурс, посвященный Дню Республики Башкортостан и Году благополучного детства и укрепления семейных ценностей в Республике Башкортостан «Пою мою республику»

Сочинение на башкирском языке на тему:

«Минем тыуған яғым »

Шамсутдинова Л.Р.

ученица 4 класса

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение средняя общеобразовательная школа имени А.К. Атнабаева с. Старый Курдым муниципального района Татышлинский район Республики Башкортостан

Учитель: Аубакирова Л. Ф.

2012 г.

Мине ң тыуған ҡырҙарым,

Балдай татлы һыуҙарым,

Яландарым, урманым,

Куккә ашҡан Уралым,-

Минең иҙге төйәгем.

Һеҙҙе һөя йөрәгем.

Салауат Юлаев.

Тыуған яҡ! Һәркем өсөн дә наҙлы, ҡәҙерле, яҡын был һүҙҙәр. Минең тыуған төйәгем — Башҡортостан. Мин ошо гөлбаҡсалай илдә тыуғаныма бик ғорурланам.Беҙҙең ер үҙе бер ожмаһ бит ул. Уның матурлығын,тәбиғәт байлығын һөйләп тә, яҙып та бөтөрөрлөк түгел.

Мин Башҡортостандағы иң матур ерҙәрҙең береһе Тәтешле районы Күрҙем ауылында йәшәйем. Минең өсөн тыуған ауылымдан да гүҙәлерәк, матурыраҡ, яҡыныраҡ ер юҡ. Ауыл элек- электән тәртип һәм чисталыҡ үрнәге булып торған.Һәрсаҡ үҙ канундарын, ғөрөф- ғәҙәттәрен, үҙ сафлығын һаҡлап ҡала алған.

Минем ауылым бик матур төбәктә урынлашҡан. Иге – сиге күренмәгән иген баҫыуҙары. Еләк – емешкә бай урмандар күңелде илһамландыра.Беҙҙең яҡ саф йылғаларға, шишмәләргә бай. Ауылыбыҙҙа Хәҙрәт шишмәһе бар. Ул үҙенең саф,һалҡын һыуы менән беҙҙе генә түгел, ауылыбыҙ ҡунаҡтарын да һыйлай. Беҙҙең тәбиғәт йылдың дүрт миҙгелендә лә матур, бай.

Ауылдаштарым да тырыш, уңған, алтын ҡуллы кешеләр.Һуңғы бернисә йыл эсендә генә ауылда яңы урамдар төҙөлдө. Был урамдарҙа йәш ғаиләләр йәшәй.Улар береһенән береһе матурыраҡ,ҙурыраҡ йорттар һала, малдар үрсетә, сәсәктәргә күмелеп ултырған баҡсалар тәрбиәләй. Ауылым ҡаланан бернимәһе менән дә айырылмай тиһәм, һис алдашыу булмаҫ. Сөнки һәр йортҡа һыу ингән, тәбиғый газ менән файҙаланабыҙ, йортта төрлө уңайлыҡтар булдырылған. Урамдарҙа бала-сағаларҙың шат тауыштары яңғырай.

3 стр., 1099 слов

"Мин яратам сине, Башкортостан"

... әкләр белән яши. Минем туган ягым- Югары Тәтешле авылы да Башкортостан Республикасының ямьле бер почмагы булып тора. Соңгы ... к.Тик шундый кеше генә ирекле, бәхетле була, туган илен ярата, башка халыкларга хөрмәт белән карый ала. Горур ... ән әрәмәлекләрдә хуш ис иснәп, матур чәчәкләр күреп йөрүу үзе ... йөрәккә сихри моң булып уелып кала. Тормыш дулкыннары мине кая гына илтмәсен, нинди генә юллар үтмим, һаман ...

Күрҙемемдә балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, магазиндар , мәктәп бар.Минең мәктәбем Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғам Атнабаев исемен йөрөтә. Ул беҙҙең ауылда тыуып үҫкән шағыйрь. Мин ошо мәктәптә белем алыуыма шатмын.

Башҡортостандың барлыҡ төбәге лә беҙҙеке кеүек матур. Мин уның гүҙәллеген китап – журналдарҙан, дәреҫлектәрҙән уҡып , телевизордан ҡарап беләм. Минең тыуған яғым ер йөҙөндә иң-иң матуры.Мин уны берниндәй сит илдәргә лә алыштырмаясаҡмын. Беҙ тыуып – үҫкән ерҙең саф һыулы шишмәләренән көс, урмандарынан дәрт,ҡошларынан моң алып йәшәйбеҙ.

Тыуған ауылым, Күрҙемем,

Илемдең бер киҫәге.

Беҙ,балалар, илебеҙҙең

Бәхетле киләсәге!